Өфөнөң Онежская урамындағы 53-сө балалар баҡсаһында 240 урынға иҫәпләнгән яңы корпус асылды

«Демография» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән өс ҡатлы бинала ҡышҡы баҡса, йәш экологтар бүлмәһе, логопед, психолог кабинеттары бар. Балалар баҡсаһы эше менән Башҡортостан республикаһы башлығы Радий Хәбиров танышты.

2-3 йәшлек кескәйҙәр тәүге тапҡыр балалар баҡсаһына килгән. Сабыйҙар әсәләре менән бер нисә сәғәт адаптация үтә. 3 йәшлек Алтынай яңы биналағы төркөмгә эләккән, уның ағаһы Салауат 53-сө балалар баҡсаһының төп корпусында шөғөлләнә.

Яңы бинала асылған төркөмдәрҙең береһе «Аҡбуҙат»та кескәйҙәр башҡорт телен өйрәнә. Уйындар, аралашыу, уҡыу әсбаптары - барыһы ла туған телдә. Төркөм эшмәкәрлеге менән республика башлығы танышты.

Тыуған яҡ, йәш эколог кабинеттары, сенсор бүлмәһе, музыка һәм физкультура залдары. Яңы бина «Ғаилә йылында» ата-әсәләр өсөн дә, балаларға ла ҙур бүләк. Киләһе йыл республика буйынса иҫкергән балалар баҡсалары ла тәртипкә килтереләсәк тип билдәләне республика башлығы

Өфөләге 240 урынлыҡ балалар баҡсаһы өс ҡатлы бинала урынлашҡан. Учреждение биләмәһе заман талаптарына яуап биргән 10 уйын майҙансығы менән йыһазландырылған. Шулай уҡ спорт майҙансығы ла бар.

Лилиә Мәҡсүтова