Уҙған көн Өфөнән 25 мең тонна эсәр һыу ебәрелде. Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Ырымбур етәкселеге ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Эшҡыуарҙар һәм халыҡ таҙа эсәр һыу һәм салфеткалар йыйып тапшырған. Орск ҡалаһы янында Урал йылғаһындағы Ерекле һыуһаҡлағысында дамба йырылған. 10 меңдән ашыу йорт һәм 19 меңгә яҡын ихата һыу аҫтында ҡалған. Өлкәлә федераль кимәлдәге ғәҙәттән тыш хәл тәртибе индерелде.