Беҙҙең республикала 39 төр ярҙам сараһы күрһәтелә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар ғаиләләренә айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Сабыйҙар балалар баҡсаларына бушлай йөрөй, мәктәп уҡыусылары һәм студенттар түләүһеҙ ашатыла, йәмәғәт транспортында ташлама ҡаралған, шифахана һәм лагерҙарҙа ял ойошторола. Ғаиләләргә утын бирелә, газ үткәреүгә сертификат тапшырыла. Белгестәр төрлө мәсьәләләр буйынса консультация бирә. Махсус хәрби операция яугирҙәре һәм уларҙың ғаиләләре “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондына мөрәжәғәт итә ала. Ул Өфөнөң Минһажев урамындағы 107-се йортта урынлашҡан. Район һәм ҡалаларҙа социаль координаторҙар эшләй.