Башҡортостанға “Рәсәй – спорт державаһы” форумы флагы тапшырыла

Был аҙнала Мәскәүҙә “Беҙ бергә. Спорт” тигән күргәҙмә ойошторола. Унда беҙҙең республиканан рәсми делегация ҡатнаша. Сара барышында Башҡортостанға халыҡ-ара спорт форумын уҙғарыу эстафетаһы рәсми бирелә. Уны беҙҙең республика Пермь крайынан ҡабул итеп ала. Күргәҙмәлә Башҡортостан экспозицияһы әҙерләнә. Видеоэлемтә аша Өфөлә ике спорт объектын асыу сараһы була.