Мосолмандар Ураҙа байрамын билдәләй

Кисә ҡояш байыу менән изге Рамаҙан айы тамамланды. 10 апрель Башҡортостандан тыш, Татарстан, Дағстан, Чечня һәм башҡа башлыса мосолмандар йәшәгән төбәктәрҙә байрам һәм ял көнө тип иғлан ителгән. Ураҙа ғәйете 3 көн дауам итә, төп саралар бөгөнгә билдәләнгән.Барлыҡ мәсеттәрҙә байрам вәғәздәре тыңлана, диндарҙар  доғалар уҡый, байрам табыны әҙерләй, туғандарына ҡунаҡҡа бара, фәҡир һәм мохтаждарға ярҙам күрһәтә, мәрхүмдәргә зыярат ҡыла.