665 меңдән ашыу кеше киләһе йылда төҙөкләндереләсәк объекттарҙы һайлаған

“Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проекты буйынса тауыш биреү 30 апрелгә тиклем дауам итә. Күгәрсен, Яңауыл, Салауат, Дүртөйлө һәм Краснокама райондары халҡы әүҙемлек күрһәтә. 63 район һәм ҡалала 216 проект тәҡдим ителгән. Иң күп тауыш йыйған 120 объект киләһе йылда төҙөкләндерелә. Быйылғы эштәр майҙа башлана.