“Хәрби ҡалҡыулыҡ” республика фестивале финалы Өфөлә майҙа үтә

Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл фестиваль барышында патриотик йырҙар авторҙары конкурсы ойошторола. Ошо көндәрҙә видеояҙмалар ҡабул ителә. Сарала Мәскәү, Ярославль, Ырымбур, Ульяновск, Дондағы Ростов һәм башҡа ҡалаларҙан музыканттар сығыш яһай. Беҙҙең республикала патриотик автор йырҙары фестивале 2014 йылдан уҙғарылып килә.