Башҡортостан Башлығы бөгөн Мәскәүҙә ил президенты менән осрашты

Башҡортостан Башлығы бөгөн Мәскәүҙә ил президенты менән осрашты.  Радий Хәбиров Владимир Путинды республиканың төп үҫеш йүнәлештәре менән таныштырҙы. Дәүләт етәксеһе Радия Хәбировтың быйыл сентябрҙә үткән Башҡортостан башлығы һайлауында ҡатнашыуын хупланы. “Һеҙҙе хуплау өсөн барыһын да эшләйәсәкмен. Әммә һайлау кешеләр ҡулында. Халыҡ менән даими осрашып тороу мөһим. Эш бүлмәһендә ултырып бер нимә лә күреп тә, ишетеп тә булмай”, - тине Владимир Путин. Башҡортостан Башлығы республика яугирҙәренең махсус хәрби операциялағы хеҙмәте тураһында һөйләне.  Һалдаттар хәрби бурыстарҙы лайыҡлы үтәй. Башҡорт батальондары һәм “Башҡортостан” полкы булдырылды. Республика белгестәре Луганск халыҡ республикаһын тергеҙеүҙә ҡатнаша. Алғы һыҙыҡта хәрбиҙәргә рухи остаздар терәк булып тора. Төрлө милләт кешеләре Еңеүҙе бергә яҡынайта”, - тине Радий Хәбиров. Ул Владимир Путинға Өфө рәссамы Александр Скорняковтың “Доға ҡыл, туған, мин һаҡлармын” тигән картинаһын күрһәтте.  Башҡортостан халҡы хәрбиҙәргә даими ярҙам итә. Аҙыҡ-түлек, медицина препараттары, кейем-һалым туплай, маскировка селтәрҙәре үрә, тағылмалы мунсалар эшләй. Техника оҙата. Балалар һалдаттарҙы дәртләндергән хаттар яҙа, һүрәттәр төшөрә. “Еңеүгә һәр кем өлөш индерә ала! Алғы һыҙыҡта алышҡан ир-егеттәргә терәк булыу беҙҙең изге бурыс”, - ти Башҡорт батальондарының рухи остазы Хәмзә хәҙрәт Хафизов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Башҡортостан яугирҙәре ҡыйыу һәм берҙәм”. Александр Доставалов исемендәге батальон взводы командиры, өлкән лейтенант “Дим” ошо турала белдерҙе. “Ир-егеттәребеҙ махсус операцияла сыҙамлыҡ һәм батырлыҡ күрһәтә”, - тине ул. Башҡортостан махсус хәрби операция биләмәһенә даими ярҙам оҙата. “Республиканың хәстәрлеген, яҡташтарыбыҙҙың иғтибарын тойоу беҙгә көс-ҡеүәт өҫтәй. Илебеҙҙең башҡа төбәктәренән булған яугирҙәр беҙгә аптырап ҡарай, хатта көнләшеп тә ҡуя”, - ти Дим. 

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт