Хәрбиҙәргә ярҙам сараһы. Ишембай үҙәк баҙарында Хәйриә йәрминкәһе ойошторолдо. Ҡолғона, Йәнырыҫ , Яңы Йорт һәм Петровское ауылдары йүнселдәре ҡала халҡына үҙҙәре етештергән продукцияны, ҡул эштәрен тәҡдим итте. Айырыуса ҡош ите, ҡамыр аштары яҡшы һатылды. Йәрминкә «Бес» ҡушаматлы яугир әсәһе Минира Вәхитова башланғысы менән ойошторолған. Һатыуҙан йыйылған аҡса - 50 мең һум махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға йүнәлтелә.
Районда мобилизацияланған ир-егеттәрҙең яҡындары берләшеп, гуманитар ярҙам йыйыу, маскировка селтәрҙәре үреү, блиндаж шәмдәр эшләүҙә әүҙем ҡатнаша. Ауыл хужалығы йәрминкәләренә килгәндә, уларҙы даими уҙғарыу ҡаралған.