Ҡырмыҫҡалы ауылынан инвалид рәссам Әхәт Нурушев изге күңелле кешеләр ярҙамында яңы ноутбукҡа эйә булды. «Ҡурай» телеканалы иғлан иткән акцияға йөҙгә яҡын кеше ҡушылды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
30 йыл инвалид коляскаһында, 25 йыл ижад эшендә. Тракторист Әхәт Нурушевтың тормошо көтмәгәндә ҡырҡа боролош яһай. Армиянан ҡайтып колхозда эш башлаған, өй һалған, киләсәккә яҡты пландар ҡорған егет фажиғәгә эләгә. Оҙаҡ йылдар дауаланыу, күңел төшөнкөлөгө. Телевизорҙа күргән фаберже йомортҡалары уны ижадҡа илһамландыра. Тәүҙә тауыҡ, ҡаҙ йомортҡалары биҙәй, аҙаҡ мозаика стилендә һүрәттәр төшөрә, ағас, балсыҡтан фигуралар эшләй.
Әхәт ағай ул бик әүҙем кеше. Бар район ваҡиғаларының уртаһында ҡайнап йәшәй. Район һабантуйҙарында, байрамдарҙа, сараларҙа үҙенең күргәҙмәләре менән, ижадташ дуҫтары менән сыға.
Әхәт Нурушев һирәкләп күргәҙмә, фестивалдәрҙә ҡатнашһа ла, уның өсөн телефон, социаль селтәрҙәр төп бәйләнеш сараһы булып ҡала. Сираттағы «Автограф» телевизион тапшырыуын әҙерләгән ижади төркөм һәүәҫкәр рәссамдың бик иҫке нотбук менән файҙаланыуын күреп ҡала һәм хәйриә акцияһы ойошторорға ҡарар итә. «Ҡурай» телеканалы иғлан иткән акцияға йөҙгә яҡын кеше ҡушыла, ике аҙна эсендә кәрәкле сумма йыйыла һәм заманса техника һатып алына. Бүләкте тапшырырға Әхәт Миҙхәт улының дуҫтары, райондаштары ла килә.
Әхәт үҙе лә уникаль кеше бит инде ул. Уның менән һөйләшкән ваҡытта беҙ уның инвалид икәнен онотабыҙ. Элегерәк магазиндарға, ойошмаларға барып, район хакимиәтенә килеп, пандустарҙы ҡарап йөрөгән ваҡыттары булды. Шунан һуң кнопкалар ҡуйҙыртты ул. Ул үҙен генә уйламай, үҙенең кеүек кешеләрҙе лә, бөтөн халыҡты ла уйлай торған кеше ул Әхәт.
Башҡорт шрифты, видео монтажлау программаһы ҡуйылған яңы нотбукта Әхәт Миҙхәт улына үҙе булдырған төркөмдәрҙе тағы ла әүҙемерәк алып барыу мөмкинлеге бар. Изгелек ғәмәленә ҡушылған яҡташтарына, республика халҡына рәссам сикһеҙ рәхмәтен еткерә һәм киләсәктә лә ихтыяр ныҡлығы, рухлылыҡ өлгөһө булып йәшәргә вәғәҙә бирә.
Йәмғиәттең генә беҙгә ярҙамы кәрәкмәй бит инде. Беҙҙән дә йәмғиәт өсөн ниндәйҙер ярҙам кәрәк. Ярҙамдарын, ҡараштарын, һүҙҙәрен үҙҙәренең бүлгән кешеләргә бик ҙур рәхмәт әйткем килә. Барса изге ниәтлектәре Ураҙа ғәйете айында ҡабул булһын!
Рәйсә Абдуллина