Өфө ҡасабаһына тиклем юлды һыу баҫыу ихтимал

Козарез ауылы Ағиҙел йылғаһы янындағы боронғо тәбиғи ярымутрауҙа урынлашҡан. Унда берҙән-бер юл аша барып етергә мөмкин. Әммә ташҡын көслө булған йылдарҙа был юлды йыш ҡына һыу баҫа. Әлеге ваҡытта һыу кимәле яҡынса 4 метр ярымға еткән, ә был участканы 6 метр 1сантиметрҙа һыу баҫа башлай.

Бында күсеп килгәне бирле һыу баҫа. Юл бикләнгән осраҡта халыҡты катерҙарҙа, бейек машиналарҙа ташыу ойошторола.

Энгель Дусмөхәмәтов, урам комитеты рәйесе

Юғары үтемле техникалар график буйынса йөрөйәсәк. Ағиҙел йылғаһында һыу кимәле 7 метрға күтәрелеү менән юл ябылып, теплоход ебәрелә. Шулай уҡ Ленин районына ҡараған Нижегородка Һәм Затондың ҡасаба өлөшөн һыу баҫыуы ихтимал. Районда ташҡын вағытында йәшәүҙе тәьмин итеү хеҙмәттәре, янғын һүндереү-ҡотҡарыу подразделениелары көстәре һәм саралары составы йәлеп ителәсәк. 212 берәмек техника әҙерлек һыҙығына ҡуйылған.

Ленин районында халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу өсөн 13 пункт булдырылған. Унда 1300 кешене урынлаштырырға мөмкин. Һыу кимәле ҡапыл күтәрелеү осрағына дамбалар ҡороу өсөн грунт, техника тулыһынса әҙер.

Олег Котов, Өфөнөң Ленин районы хакимиәте башлығы