МХО-ла ҡатнашыусы яугирҙар һәм уларҙың яҡындары бушлай реабилитация үтә ала

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар һәм уларҙың яҡындары Республика психотерапия үҙәгендә һәм шифаханаларҙа реабилитация үтә ала. Физик һәм психик һаулыҡты нығытыу өсөн ҡаралған хеҙмәттәр Ватан һаҡсылары һәм уларҙың ғаиләләренә бушлай күрһәтелә.

«Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында яугирҙар күп яҡлы ярҙам алып һаулығын нығыта. Реабилитация программаһы психолог һәм психиатрҙар менән аралашыу, йөҙөү, массаж, сәләмәт туҡланыу, дарыуҙар менән дауаланыу кеүек сараларҙы күҙ уңында тота. Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн 39 ярҙам сараһы ойошторолған. Республика учреждениеларында реабилитация үтеү өсөн «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды аша заявка бирергә кәрәк.