Юл инспекторҙары ҡағиҙә боҙоусыларҙы туҡтатып, иҫкәртеүҙәр яһаны, әңгәмә үткәрҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр 1 марттан Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, шәхси мобиль сараларҙың хоҡуҡи статусы билдәләнде. Был төркөмгә электросамокаттар, электроскейтбордтар, гироскутерҙар ҙа индерелде. Улар велосипед кеүек транспорт сараһы булараҡ һанала башланы. Тәүмаҡсат - яуаплылыҡты арттырып, юлда аварияларҙы кәметеү. Билдәле булыуынса, шәхси мобиль сараларға бәйле былтыр республикала 9 кеше төрлө йәрәхәттәр алған.