Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханын ваҡытынан алда тапшырыу осоро дауам итә

Ул етди сәбәптәр арҡаһында төп осорҙа имтихандарҙа ҡатнаша алмаған сығарылыш уҡыусылары өсөн тәғәйенләнгән. Бөгөн уҡыусылар йәмғиәтте өйрәнеү һәм информатиканан һынау тотто. Берҙәм дәүләт имтиханы яңылыҡтары тураһында тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова видеояҙмаһы.

Шәхси таныҡлыҡ, ручка һәм һыу. Имтиханға инер алдынан уҡыусылар ғәҙәттәгесә тикшереү үтә. Белорет ҡыҙы Карина Әхмәтханова йәмғиәтте өйрәнеү фәне буйынса һынау тота. Уҡтан атыу буйынса Рәсәй һәм Башҡортостандың йыйылма командаһы ағзаһы имтихандың төп көнөндә ярышҡа барырға иҫәп тота.

Класташтарым һынау тотҡанда, миңә Алушта ҡалаһына ачери-бииатлон буйынса спорт йыйынына барырға кәрәк, июндә Рәсәй кубогына ярыш башлана. Алдан имтихан биреү мөмкинлеге минең өсөн уңайлы.

Карина Әхмәтханова, 11-се класс уҡыусыһы

Иретеп-йәбештереүсе һөнәрен үҙләштергән Айнур Абдуллин киләсәктә юғары уҡыу йортона уҡырға инергә теләй. Колледж уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтиханын ваҡытынан алда тапшырыу осорона эләгә.

Имтихан барған бүлмәләр видеокамералар менән йыһазландырылған. Бланктар ошонда уҡ баҫтырыла. Уҡыусыларҙың эштәре имтихан аҙағында сканер аша үткәрелә.

Имтихан тыныс шарттарҙа, ғәҙел үтһен өсөн аудиторияла йәмәғәт күҙәтеүселәре эшләй. Улар махсус уҡыуҙар үткән, һынау барышын онлайн да күҙәтә ала.

Имтихандарҙы ваҡытынан алда тапшырыу 22 апрелгә тиклем дауам итә. Төп осор 2024 йылдың 23 майынан 18 июненә тиклем үтә.

Лилиә Мәҡсүтова