Шаран ауылында 17 йәшкә тиклем егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында билбау көрәше буйынса Башҡортостан республикаһы беренселеге үтте. Ярыштар башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға арналды. Еңеүселәр май айында Әстрханда Рәсәй беренселегендә республика намыҫын яҡлау хоҡуғына эйә буласаҡ. Шаранға Башҡортостандың муниципаль райондары һәм ҡала округтарынан 220-нән ашыу йәш спортсы килде.