Владимир Путин Ураҙа ғәйете менән ҡотланы

Бөгөн бөтә мосолман донъяһы Ураҙа ғәйетен билдәләй. Ошо уңайҙан Рәсәй президенты Владимир Путин ислам динен тотоусыларҙы байрам менән ҡотланы.

«Быуаттар дауамында Ураҙа байрамы мосолмандар өсөн яңырыу, әхлаҡи камиллыҡҡа, ниәттәр һәм ғәмәлдәр таҙалығына ынтылыш булып тора. Мосолман ойошмалары ил тормошонда, патриотик, мәғрифәтселек, хәйриә башланғыстарын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша, ата-бабаларының бай тарихын, мәҙәни һәм дини йолаларын һаҡлай, мохтаждар тураһында хәстәрлек күрә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға, уларҙың туғандарына, яҡындарына ярҙам итә, халҡыбыҙҙың берҙәмлеген нығытыуға, милләт-ара татыулыҡты һаҡлауға өлөш индерә. Ураҙа ғәйете көнөндә Рәсәй мосолмандарына һаулыҡ, уңыштар һәм барыһы ла яҡшы булыуын теләйем», тиелә, Владимир Путиндың ҡотлауында.