Ураҙа байрамы уңайынан бөгөн барлыҡ мәсет-мәхәлләләрҙә лә ғәйет намаҙҙары уҙҙы. Федераль һәм республика каналдары аша трансляцияланған төп сара Өфөнөң «Ләлә» мәсетендә үтте. Байрам вәғәзен Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин уҡыны. Баш мөфтөй үҙенең сығышында Ураҙаның әһәмиәтенән тыш, йәмәғәтселекте борсоған башҡа темаларға ла туҡталды. Мөьмин мосолмандарҙы изге байрам менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та тәбрикләне. Төп тәғлимәттәр хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Иртәнге тынлыҡты йәмләп баш ҡалабыҙҙа аҙан тауыштары яңғырай, барса мосолмандар аҡ уйҙар, изге ниәттәр менән мәсет-мәхәлләләргә ашыға. Ураҙа ғәйете иң олуғ, мөбәрәк байрамдарыбыҙҙың береһе. Рамаҙан айы ризыҡтан тыйылыу ғына түгел, хилаф ғәмәлдәрҙән дә йыраҡ тороу, ти ғәйет намаҙына килеүселәр.
Байрам намаҙына килеүселәр араһында Республика башлығы ла бар. Радий Хәбиров мосолмандарҙы Ураҙа ғәйете менән тәбрикләп, мосолман ҡәрҙәштәргә күңел тыныслығы һәм башҡарған эштәренең хаҡ булыуын теләне. Ошо ҡатмарлы осорҙа берҙәм булыу мөһим, тине Радий Фәрит улы.
Ураҙа - һынау осоро, бар гөнаһтарҙы йыуыу мөмкинлеге. Был ғәмәлдең асылында нәфсене ауыҙлыҡлау, башҡаларға ҡарата миһырбанлы булыу тигән төшөнсәләр ята, тине баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин. Ул сығышында илдәге ижтимағи-сәйәси ваҡиғаларға ла туҡталды, Радий Хәбиров киләһе һайлауҙа уңыштар теләне, эшмәкәрлеген хупланы.
Ураҙаның бер мөһим ғәмәле бар. Ул мохтаждарға фитыр саҙаҡаһы биреү. Был изге, олуғ байрамда һәр кемдең кәйефе күтәренке булыуы шарт.
Мәсеткә килеүселәр фекеренсә, быйыл Ураҙа еңел үткән, мосолмандар дәррәү ифтарҙарға йөрөгән. Мәсеттәр төҙөлә, йәштәр дингә килә, республикала ыңғай үҙәрештәр күҙәтелә, ти улар.
Ураҙа - мосолмандар өсөн фарыз булған биш ғәмәлдең өсөнсөһө. Уны бәлиғ булған һәм һау-сәләмәт һәр кеше тоторға бурыслы тип иҫәпләнә.
Рамаҙан айы ризыҡтан тыйылу ғына түгел, рухи таҙарыныу, күңелде. йәнде дауалау мәле лә. Ураҙа ғәйете лә өс көн дауам итә, был осорҙа мохтаждарҡға ярҙам итеү, хәйер биреү, яҡындарыңдың хәлен белеү изге ғәмәл һанала.
Рәмзиә Кәримова