Өфө Рәсәйҙә ислам диненең баш ҡалаһы. Шуға күрә «Әр-Рәхим» мәсете мотлаҡ төҙөлөп бөтөргә тейеш. Бынан тыш, ул Өфөнөң биҙәге, архитектур йөҙөн билдәләүсе объект та. Башҡортостан башлығының был эште шәхсән контролгә алыуы үтә мөһим аҙым, тип билдәләй йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре.