Ташҡын хәүефе осоро башланғандан алып бөтәһе 872 мөрәжәғәт ҡабул ителгән

Башҡортостанда тәүлек эсендә 112 системаның шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә һыу баҫыу тураһында 22 хәбәр килгән. Ташҡын хәүефе осоро башланғандан алып бөтәһе 872 мөрәжәғәт ҡабул ителгән.

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәте буйынса, һуңғы тәүлектә һыу кимәленең иң юғары нөктәһе Нуриман районы Яманпорт ауылында теркәлгән. Бында Өфө йылғаһы 80 сантиметрға күтәрелгән. 20 төбәктә 35 һыу баҫыу осрағы контролдә тотола. Ташҡын буйынса хәлде дөрөҫ баһалау өсөн йыш ҡына КА-32 А вертолеты файҙаланыла. Бөгөнгө маршрут Өфөнән Свердловск өлкәһе сигенә тиклем һуҙылды. Ағиҙел, Өфө, Әй һәм Йүрүҙән йылғаларындағы хәл тураһында мәғлүмәт шунда уҡ онлайн режимда район хакимиәттәренә тапшырылып барҙы. Белгестәр билдәләүенсә, Павловка һыуһаҡлағысын тулыһынса асыу киләһе аҙна башына көтөлә. Тығындар булмауы фаразлана.

Әйткәндәй, бөгөн иртән ашығыс хеҙмәттәргә Белорет районының Оло Инйәр йылғаһы буйында автомобилдең йылғаға төшөп китеүе тураһында хәбәр килде. Асыҡланыуынса, Йөйәк ауылына килгән ир прицеп таҡҡан «Тойота» машинаһын йылға буйына ҡалдырған. Һыуға төшкән транспорт сараһы трактор ярҙамында ярға сығарыла. Бәхеткә күрә, зыян күреүселәр юҡ.