Тиҙҙән тау йылғаларында һыу күтәрелә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы белгесе Илдус Назаров бөгөн ошо турала белдерҙе. “Оператив штаб ташҡынға бәйле хәлде тәүлек әйләнәһе күҙәтә. Әле 19 район һәм ҡалала 30-ҙан ашыу ваҡиға контролгә алынды”, - тине Илдус Назаров.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтҺыу ҡайтҡан урындарҙа белгестәр төҙөкләндереү эше алып бара. Ауыр техника йәлеп ителгән. Ҡырсынташ килтереү һәм юлға асфальт түшәү ҡаралған. Илдус Назаров белдереүенсә, былтыр Павловка һыу һаҡлағысының быуаһы тикшерелгән. Тимер-бетон конструкцияның торошо хәүеф тыуҙырмай. Быйыл мартта белгестәр уны тағы ҡараған. Гидротехник ҡоролманың файҙаланыу ваҡыты оҙайтылған.