Беҙҙең республикала хәйриә акцияһы иғлан ителде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы гуманитар ярҙам туплай, “Рәсәй Ҡыҙыл Тәре” төбәк бүлексәһе банк иҫәбе асҡан. Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса быға тиклем күршеләргә 80 тонна эсер һыу һәм 3 мең дана гигиена тауары оҙатылды. Орск ҡалаһы янында Урал йылғаһындағы Ерекле һыуһаҡлағысында дамба йырылды. Ошо сәбәпле меңәрләгән йорт һәм ихата һыу аҫтында ҡалды. Ырымбур ҡалаһында ла Урал һәм Һаҡмар йылғалары күтәрелеү сәбәпле түбән биләмәргә һыу үтеп ингән. Өлкәлә федераль кимәлдәге ғәҙәттән тыш хәл тәртибе индерелде.