Куйбышев тимер юлының ретро-составы юлға сыға. 27 апрелдән 6 майға тиклем 11 станцияла туҡталыш яһала. Беҙҙең республикала “Еңеү поезы” акцияһы Өфө һәм Стәрлетамаҡта була. Ретро-состав башында байрамса биҙәлгән паровоз килә, “Үлемһеҙ полк” вагондары, хәрби техника һәм үҙенсәлекле экспонаттар күргәҙмәһе тәҡдим ителә.