Өфөнөң тарихи үҙәгендә йүкәләр ултыртыла

“Йәшел Башҡортостан” акцияһы барышында баш ҡалала йәшелләндереү саралары үткәрелә. Өфө хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, үҙәк урамдарға ҙур йүкәләр ултыртыла. Яңы күпер, Пушкин, Коммунистик урамдарында тротуарҙарҙы киңәйтеү ҡарала. Ҡала халҡын ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтарҙы аңлап ҡабул итергә саҡыралар.