Республика башлығы Радий Хәбировтың Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашыуында билдәләнеүенсә, был статус төбәктәге иҡтисади тотороҡлоҡтың сағылышы һәм үҫешкә ныҡлы йоғонто яһай.
Мәғлүм булыуынса, әлеге ваҡытта Башҡортостанда 5 йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе теркәлгән. Улар Күмертау, Благовещен, Нефтекама, Белорет һәм Бәләбәй ҡалаларында эшләй. Биләмә резиденттары өсөн табышҡа һалым буйынса ташламалар ҡаралған. Федераль өлөш тулыһынса бөтөрөлә, республика өлөшө тәүге биш йылда - 5 процент , киләһе биш йылда 10 процент ҡуйыла. Файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға һалымды ҡулланғанда түбән коэффициент ҡулланыла. Шулай уҡ йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе булдырылғандан алып тәүге өс йылда страховка иғәнәләре буйынса тарифтар ҙа кәметелә. Резиденттар төбәк кимәлендә-милек, ә муниципаль берәмектәрҙә ер һалымынан азат ителә. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда рәсми рәүештә йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләренең 130 резиденты теркәлгән, был күрһәткес буйынса республика илдә икенсе урынды биләй.