Өфөлә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан бер төркөм яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Башҡортостанда ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан бер төркөм яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. 283 яугирҙы оҙатыу тантанаһы «Өфө-Арена» боҙ һарайы алдында үтте. Тыуған ерендә ял итеүселәрҙең күбеһе отпускты яҡындары менән үткәргән. Яугирҙар сәләмәтлеген нығытып, мәктәптәрҙәге патриотик сараларҙа ҡатнашып рухи көс туплаған. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Яҡындары, һөйөклө кешеләре эргәһендә ике аҙна ял итеп көс туплаған яугирҙар йәнә алғы һыҙыҡҡа юлланды. Хәрби хеҙмәттәге ир-егеттәр махсус операция биләмәһенә барып етергә ашҡына , сөнки уларҙы хеҙмәттәш дуҫтары, яугир-коллегалары көтә.

«Өфө - Арена» боҙ һарайы майҙанында 283 яугир ике аҙна ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатылды. Ял итеүсе яугирҙар һаулығын нығытып, бушлай реабилитация үтеп , мәктәптәрҙәге патриотик сараларҙа ҡатнашҡан. Әлбиттә, отпусктың төп ваҡытын Ватан һаҡсылары ата-әсәләре, яҡындары эргәһендә үткәргән.

Яугирҙар Өфөнән хәрби биләмәгә «Башавтотранс» предприятиеһы автобустарында алып барыла. Ғәҙәттәгесә, уларҙы республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов оҙатып , егеттәрҙең һорауҙарын, үтенестәрен тыңланы. Ир-егеттәр алғы һыҙыҡта үҙҙәрен көтөп ҡалған иптәштәренә тыуған еренән шәхси посылкалар, хаттар һәм яҡындарынан ялҡынлы сәләмдәр алып китте.

Флорида Ким