Элекке ире алимент талап итә ала. «Ғаилә кодексы»на төҙәтмәләрҙе Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары ҡабул итте. Бынан тыш, уртаҡ баланы өс йыл дауамында тәрбиәләгән элекке тормош иптәше лә алимент талап итә ала. Ҡанундағы яңы төҙәтмәләр ир-егеттәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтарын тигеҙләй. Депутаттар билдәләүенсә, шул осраҡта бала хоҡуҡтары ла һаҡлана.
Никах тарҡалғанға тиклем ауырға ҡалған ҡатын да алиментҡа ғариза бирә ала. Шул уҡ ваҡытта уртаҡ инвалид бала тәрбиәләгән ир ҙә финанс ярҙамы талап итә ала. Закон Башҡортостан Башлығына ҡул ҡуйыуға йүнәлтелгән.