Бөгөн Өфөлә Экология форумы башланды

Шулай уҡ Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм “Төҙөлөш” йыйындары асылды. Башҡортостан Башлығы күргәҙмәләр менән танышты. Ҡыйғыла сүп-сарҙы сорттарға бүлеү линияһы эшенә старт бирҙе. Форумда илдең 15 төбәгенән һәм сит илдәрҙән делегациялар ҡатнаша. “Ҡала һәм ауылдарыбыҙ матур, төҙөк, уңайлы булһын өсөн күп эш башҡарыла. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һөҙөмтәле эшләй. Экология проблемаларын хәл итеүгә етди иғтибар бирелә”, - тине Радий Хәбиров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Экология түңәрәктәрендә шөғөлләнгән балалар Радий Хәбировҡа ҡалдыҡтарҙан яһалған арт-объекттар күрһәтте. Республика етәксһе ҡыҙ һәм малайҙарҙың оҫталығын юғары баһаланы. Балалар Ҡырымда “Таврида АРТ” фестивале барышында ойошторолған экология арт-мәктәбенә саҡырылды.Башҡортостан күргәҙмәләр комплексы майҙансығында эшкәртеүгә ебәреү өсөн иҫке кейемдәрҙе йыйыу ойошторолған. Башҡортостан парламенты депутаты Руфина Шаһапова һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостан 2023 йыл һөҙөмтәләре буйынса илдең “Йәшел рейтингында” 9-сы урын алды. Республика 47 баҫҡысҡа күтәрелде. Экология форумы 13 апрелгә тиклем дауам итә.