Радий Хәбиров Ҡыйғы районында сүп-сар эшкәртеү комплексы эшенә старт бирҙе

Ҡалдыҡтарҙы бүлеп йыйыу һәм икенсел сеймалға әйләндереү мөмкинлеге биргән цехтар Өфөлә уҙған Экология форумында видобәйләнеш режимында сафҡа индерелде. Проектты Радий Хәбиров ғинуар айында ғына «Инвестиция сәғәтендә» хуплағайны. Ентекләберәк Айнур Кәбиров репортажында.

Ҡағыҙ уңға, пластик һулға. Республиканың төнъяҡ-көнсығыш райондарында бынан ары сүп-сар тура полигондарға түгелмәйәсәк. Ҡалдыҡтар бүленә, эшкәртелә һәм ҡабаттан ҡулланыуға ебәрелә.

Комплекста йылына ғына 80 мең тонна сүп-сар эшкәртеү күҙаллана. Был тирә-яҡ мөхиткә кешелек яһаған көсөргәнешлекте кәметеү, төбәк экологияһын яҡшыртыуға сираттағы ҙур аҙым.

Баш ҡалала эш башлаған экология форумында тирә йүнде көнкүреш эҙемтәләренән таҙартыу, тәбиғәтте, һауаны һаҡлау мәсьәләләре өйрәнеләсәк. Төп маҡсат - йәмғиәттә ҡулланыусы мөнәсәбәтен үҙгәртеү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Һәм был төшөнсәләрҙе бала саҡтан уҡ тәрбиәләү мөһим. Быйыл экология форумында тәүге тапҡыр кескәйҙәр өсөн театраль студиялар, йәш натуралистар түңәрәктәре эшләй. Унда үҫмерҙәргә тамашалар һәм уйындар аша экология проблемаларын һәм уны хәл итеү юлдарын аңлатасаҡтар.

Һигеҙенсе тапҡыр уҙғарылған форумда быйыл Белоруссия, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Ҡырғыҙстан һәм Рәсәйҙең 19 төбәгенән 220 эксперт ҡатнаша. Форумда «Экология һәм технология» күргәҙмәһе лә уҙа. Радий Хәбиров торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, сүп-сар эшкәртеү, ташыу техникаһы өлгөләре менән танышты. Экспозиция 13 апрелгә тиклем эшләйәсәк.

Айнур Кәбиров