Йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда йөҙҙән ашыу сәнәғәт предприятиеһы үҙ эшмәкәрлеген алып барыу өсөн Рәсәй тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт рөхсәтен алырға тейеш.
Тәбиғәткә һәм тирә-яҡ мөхиткә зыян килтергән ойошмалар комплекслы экологик тикшереү үткәс кенә, сәнәғәт эшмәкәрлеген дауам итә аласаҡ. Республикала әлегә 8 предприятие тикшереү үткән. Иҫкәртеү сараһы сиктәрендә заводтар һауаны таҙартыу буйынса инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырырға, тирә-яҡ мөхиткә мөмкин тиклем аҙ күләмдә зыян килтерергә тейеш.
Бынан тыш, йылға-күлдәрҙе бысратыу осраҡтарын кәметеү бурысы ҡуйыла. Һуңғы 5 йылда «Башнефть» предприятиеһы тәбиғәтте һаҡлау сараларына 34 млрд һум аҡса йүнәлткән. Был суммаға һауаны, йылға-күлдәрҙе таҙартыу өсөн ҡеүәтле ҡоролмалар төҙөлгән.