Инвестиция проекттарын тикшереү дауам итә

Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған «Инвестиция сәғәте»ндә 4 яңы проект ҡаралды. Инвестиция сәғәтендә иҡтисадтың төрлө тармаҡтарын үҫтереү буйынса тәҡдимдәр, башланғыстар тикшерелә.

Мәҫәлән, «Уралнефтепродукт» компанияһы Архангел районында бензин, дизель һәм газ яғыулығы менән заправкалау станцияһы асырға ниәтләй. Бөтәһе 60 миллион һумдан ашыу инвестиция һалыу ҡаралған, 10 эш урыны асыла. Предприятие Республика етәкселегенән аукционһыҙ ер бүлеүҙе һорай. Өфөнөң Мокроусов ауылында күмәртәләп-бүлеү сауҙа базаһын төҙөү планлаштырыла. Эшҡыуарҙар 5 мең квадрат метр майҙанды биләгән базала йәшелсә-емеш һаҡлау, таратыу эшен алып барырға ниәтләй. Был ихтыяж «Евразия» агропаркының киңәйеүе менән бәйле.

Тағы ла бер проект- модулле конструкциялар заводы төҙөү буйынса. Заводтың ҡеүәте йылына 150 мең квадрат метр торлаҡ төҙөүгә иҫәпләнгән, бөтәһе 3 миллиард һум инвестиция һалыу күҙаллана.

Беҙҙең йәшелсә-емеште күмәртәләп бүлеү үҙәге бар, әммә уның майҙаны ғына етерлек түгел, өҫтәмә келәттәр кәрәк. Республика етәкселегенә милеккә һәм табышҡа һалым ташламаһы һорап мөрәжәғәт иттек, дәүләт ярҙамы булыр тип ышанабыҙ. Проект хуплау тапты.

Александр Никитин, «Өршәк» йәмғиәте башҡарма директоры

Иң мөһиме беҙ модулле конструкцияларҙан ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә заманса йорттар төҙөй алабыҙ. Мәҫәлән, 17 ҡатлы бер объектты төҙөүгә ярты йыл тирәһе ваҡыт талап ителә, ә шәхси өйҙәрҙе 2-3 аҙна эсендә ҡороп ҡуйырға мөмкин. Заводта 45 кешегә эш урыны асыла. Республика башлығы проектты хупланы.

Салауат Агеев, Модулле конструкциялар заводы етәксеһе