Республика яҙғы баҫыу эштәренә әҙер

Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Ҡариҙелдә үткән агроконференцияла хәбәр итте. Зональ сарала һауа торошо буйынса күҙалауҙар, техник йыһазландырыу, субсидиялар күләме тураһында һүҙ барҙы. Йәмғеһе семинарҙа республиканың 19 районынан хакимиәт башлыҡтары, ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре ҡатнашты.

Республика аграрийҙары яҙғы сәсеү кампанияһына былтыр ноябрҙә үк әҙерләнә башланы. Быйыл баҫыуҙарҙа яҫмыҡ борсаҡ, шипкән, рапс, шәкәнр сөгөлдөрө майҙандары арттырыла. Зональ агроконференциялар тамам, улар барышында беҙ ауыл хужалығы белгестәрен яҙғы сәсеү үҙенсәлектәре менән таныштырҙыҡ.

Илшат Фәзрахманов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-Министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры

Алдағы йылдарҙа республика был йүнәлештә экспорт күләмдәрен арттырыуға иғтибар бүләсәк. Башҡортостан ауыл хужалығы продукцияһын донъяның 44 иле баһалап өлгөргән, киләсәктә күрһәткесте 250-гә тиклем арттырыу күҙаллана. Пленар өлөштән һуң, агроконференцияла ҡатнашыусылар «Зуев» ауыл хужалығы предприятиеһы машина-трактор паркы, ашлыҡ келәте, ферма менән танышты.