22-се асыҡ ҡала бәйгеһендә быйыл 36 мәктәп командаһы тапҡырлыҡта һәм һүҙ маһирлығында көс һынашҡан. Ғаилә йылына арналған финал сығышында район һәм ҡала этаптарында иң күп мәрәй йыйған 5 команда ҡатнашты. Улар «Сәләмләү», «Импровизация», «Музыкаль конкурс» кеүек һынауҙар үтте. Киләһе йылда бәйгене республика кимәлендә үткәрергә ниәтләйҙәр.
Уҡыусыларҙың сығышын мәртәбәле жюри ағзалары баһаланы. «Шаяниум - 2024» шаяндар һәм отҡорҙар конкурсы еңеүсеһе тип «Һупайлы дәрүиштәре», Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы командаһы билдәләнде. Беренсе урында Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының «Егерменсе централ» һәм Баязит Бикбай исемендәге 102-се башҡорт гимназияһының «Етегән» командалары яуланы.