“Рәсәй эше. Мөмкинлектәр ваҡыты"

Бөгөн республикала Бөтә Рәсәй эшкә урынлашыу йәрминкәһенең төбәк этабы уҙа. Өфөлә “Торатау” Конгресс-холында энергетика һәм нефть-газ тармаҡтары, транспорт, сауҙа, һаулыҡ һаҡлау һәм башҡа өлкәләрҙә 10 меңдән ашыу вакансия тәҡдим ителә. Башҡортостанда йәрминкә йыл һайын үткәрелгән “ПрофФест” төбәк фестивале менән берләштерелеп ойошторола. Республика Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөгөн вакансиялар йәрминкәһе 60-тан ашыу район-ҡалала ойошторола. Бөтә Рәсәй эшкә урынлашыу йәрминкәһенең федераль этабы 28 июнгә тәғәйенләнгән.