Башҡортостандан танылған ҡотҡарыусы эттең иптәше барлыҡҡа килде

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Кирилл Первов социаль селтәрҙә яҙыуынса, Торин ҡушаматлы эткә ярҙамға Гимли исемле көсөк үҫеп килә. Дүрт аяҡлы йәш ҡотҡарыусы – Ториндың ике туған ҡустыһы килеп сыға. Хәҙер уларға икәүләшеп берҙәм команда булып юғалған кешеләрҙе эҙләргә тура киләсәк. Бордер-колли тоҡомло Торин Төркиәлә ер тетрәгәндән һуң харабалар аҫтында ҡалған кешеләрҙе табып, бөтә донъяға танылды. Былтыр ул халыҡ-ара премияға лайыҡ булды.