Өфөлә юл ремонты миҙгеле башланды

Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы эш алып барыла. Һауа торошона бәйле быйыл ремонт иртәрәк башлана. Әле Өфө – Затон автомобиль юлында иҫке асфальтты ҡыралар. Быйыл 8,5 километр оҙонлоҡта төҙөкләндереү үткәрелә. Ремонт октябрҙә тамамланырға тейеш.