Башҡортостанда быйыл ике айҙа 6 меңдән ашыу яңы фатир файҙаланыуға тапшырылған

Статистика хеҙмәтенең төбәк бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, ғинуар һәм февралдә 557 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Был күрһәткес былтырғы осорға ҡарағанда 20 процентҡа күберәк. Торлаҡ төҙөлөшө буйынса беҙҙең республика Волга буйы округында 2-се урында килә.