Ҡазан-Екатеринбург автомобиль юлының Дүртөйлө- Әсет участкаһында төҙөлөш эштәренә бәйле, бөгөндән барлыҡ транспорт төрҙәре өсөн Борай-Таңғатар- Сәйет-Көрйә йүнәлеше буйынса юл ябыла. Сикләү йыл аҙағына тиклем ғәмәлдә була. Юлсылар водителдәрҙе маршруттарын алдан билдәләргә кәңәш итә, тип белдерәләр Транспорт министрлығынан.