Әлеге ваҡытта мәмерйә эргәһен, Шүлгән йылғаһы аша һалынған күперҙе һәм йәйәүлеләр һуҡмағын һыу баҫҡан. Һыу күтәрелеүен дауам итә. Быға бәйле экскурсиялар ваҡытлыса туҡтатылған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 21-23 апрелдә Ағиҙел һәм Өфө йылғалары тағы ла юғарыраҡ күтәрелер тип күҙаллана. Ташҡын пилотһыҙ осоу аппараттары ярҙамында күҙәтелә. Оператив штаб ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе тәүлек әйләнәһенә контролдә тота.