Башҡортостан «Экология» милли проектын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша

Тирә-яҡ мөхитте, тәбиғи байлыҡтарыбыҙҙы һаҡлау, ҡалаларҙы төҙөкләндереү даими иғтибар үҙәгендә. Өфөлә үткән Экология форумында ла ошо мәсьәләләр ҡаралды. «ЭКСПО» күргәҙмәләр комплексында үткән форум-күргәҙмәлә халыҡ-ара, ил кимәлендәге эксперттар бергә йыйылды, фекер алышты.

Башҡортостан форумы йәмәғәтселекте борсоған экология проблемаларын тикшереү, хәл итеү юлдарын барлау буйынса төп майҙансыҡ булып тора. Мәҫәлән, айырым һаҡланған биләмәләрҙең иҡтисадын, системаһын, үҫеш мәсьәләләрен ҡарау.

Беҙҙең өсөн тәжрибә уртаҡлашыу, өлгәшелгән уңыш-ҡаҙаныштар тураһында һөйләшеү мөһим. Был халыҡҡа яңы уңайлы йәшәү шарттары тыуҙырыу өсөн башҡарылған эштәргә этәргес яһар тип ышанам.

Андрей Назаров, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры

Экология форумы 8 йыл дауамында тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу буйынса һөҙөмтәле майҙансыҡ булып танылған. Сараға сит илдәрҙән, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән билдәле эксперттар йыйылған.

Рязань өлкәһе менән Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы араһында хеҙмәттәшлек килешеүенә ҡул ҡуйылды. Документ ике яҡ араһында тәжрибә уртаҡлашыу, эшмәкәрлекте камиллаштырыу мөмкинлеге бирә)

Александр Новиков, Рязань өлкәһе тәбиғәттән файҙаланыу министры

Башҡортостанда ойошторолған экология форумы илдең башҡа төбәктәре өсөн өлгө булып тора. Был сара экология мәсьәләләрен хәл итеү буйынса йәмәғәтселектең, бизнестың, дәүләт органдарының берлектәге эш тәжрибәһе сағылышы.

Күргәҙмәлә ҡатнашыусылар һаны 140, улар илдең 20 төбәгенән килгән. Өс көн дауамында 40-тан ашыу секция, түңәрәк өҫтәл ойошторола. Был юлы күргәҙмәнең төп яңылығы, үҙенсәлеге- эко ғаиләләр, эко тормош рәүеше менән таныштырыу. Экспозициялар төрлө тармаҡ белгестәре өсөн дә, ябай кешеләргә лә ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс.

Альбина Килдеғолова, «Башҡортостан күргәҙмә компанияһы» йәмғиәте генераль директоры

Экология форумы 13 апрелгә тиклем дауам итә. Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары акцияларҙа, конкурстарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша ала.

Рәмзиә Кәримова