Башҡорт дәүләт аграр университетында бизнес тренингтар ойошторолдо

Үҙ бизнесыңды асыу, корпорациянан заказ алыу һәм инвестор менән әңгәмәләшеү. Ошо һәм башҡа иҡтисади мәсьәләләр Башҡорт дәүләт аграр университетында ойошторолған бизнес тренингтарҙа ҡаралды. Эшлекле семинар республика юғары уҡыу йортоноң Сергей Королёв исемендәге Һамар университеты менән берлектә еңгән федераль грантҡа тормошҡа ашырыла. Сарала университеттың бер нисә факультетынан йәмғеһе 175 студент ҡатнашҡан. Аҙна буйы дауам иткән тренингтарҙы «Иннополис» институты белгестәре үткәрә.