Ауырғазы районы Мораҙым ауылы мәҙәниәт йортонда тыуған яҡты өйрәнеү буйынса махсус дәрестәр алып барыла. Ул аҙнаһына бер тапҡыр үтә. Был юлы сара Ғафури һәм Әлшәй районы уҡыусылары ҡатнашлығында уҙҙы. Ҡыҙҙар-малайҙар төбәктә үткән башҡорт халыҡ уйын ҡоралдарында уйнаусылар конкурсы нигеҙендә музей эше менән танышты.
Мораҙым - республикаға бик күп лайыҡлы шәхестәр биргән ауыл. Улар араһында беренсе осоусы Ғәли Ишмырҙин, фән докторҙары Рәшит Шәкүр, Фәнүзә Нәҙершина бар. Әйткәндәй, мәҙәниәт йортонда ғалимә-фольклорсы исемендәге айырым кабинет булдырылған. Бында Ауырғазы районы, урындағы Меркет ырыуы башҡорттары тарихы менән яҡындан танышырға мөмкин.