Башҡортостандың Милли музейында баш ҡала һәм унда йәшәүселәргә арналған фотокүргәҙмә ойошторолдо

Өфө - контрастар ҡалаһы. Тап ошо исем аҫтында Башҡортостандың Милли музейында баш ҡала һәм унда йәшәүселәргә арналған фотокүргәҙмә ойошторолдо. Проект мәғариф учрждениелары араһында конкурс форматында үткән, мәктәп уҡыусылары һәм педагогтарҙың иң яҡшы эштәре һайлап алынып, экспозицияға ҡуйылған. Күргәҙмәне асыу тантанаһында еңеүселәр дипломдар менән бүләкләнде. Сара Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы, Рәсәй фоторәссәмдар союзының Башҡортостан бүлексәһе һәм «Комета» үҙәге тарафынан ойошторолдо.