Өфө «Рәсәй - спорт державаһы» форумын ҡабул итә

Башҡортостан эстафетаны ҡабул итте! Мәскәүҙә беҙҙең республикаға Пермь крайынан Халыҡ-ара спорт форумының рәсми символы тапшырылды. 2024 йылда Өфө «Рәсәй - спорт державаһы» форумын ҡабул итә. Әле күләмле сараға әҙерлек бара. Бынан тыш баш ҡалала Рәсәй спорт министры Олег Матыцин менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә Дыуан бульварында Һәм Максим Рыльский урамында ике физкультура-һауыҡтырыу комплексын асыу тантанаһында видеобәйләнеш режимында ҡатнашты. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

«Рәсәй - спорт державаһы» форумы - Башҡортостанда үтәсәк. Пермь крайы губернаторы тантаналы шарттарҙа республика башлығы Радий Хәбировҡа форумдың рәсми символы - штандартты тапшырҙы.

Халыҡ-ара спорт форумы йыл да төрлө ҡалаларҙа үтә һәм сараны ҡабул итеү өсөн төбәктәр араһында көрәш бара. «Рәсәй - спорт державаһы» форумы Башҡортостанда Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейы менән тура килә һәм ҡунаҡтарға бай йөкмәткеле мәҙәни, тарихи, күңел асыу программалары тәҡдим ителәсәк.

Рәсәй спорт министры Олег Матыцин менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә Дыуан бульварында Һәм Максим Рыльский урамында ике физкультура-һауыҡтырыу комплексын асыу тантанаһында видеобәйләнеш режимында ҡатнашты. Яңы спорт майҙансыҡтары дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә «Бизнес-спринт» проекты сиктәрендә төҙөлгән. Был объекттар баш ҡаланың юбилейына бағышланған майҙансыҡтар исемлегендә һәм һәләтле спортсылар Өфөлә «Рәсәй - спорт державаһы» форумы юғары кимәлдә үтәсәк тигән өмөттә.

Бынан тыш, көҙгә Өфөлә юбилейға бағышланған төп спорт объекттары асылыуы көтөлә. Октябрь районында Көрәш һарайы, Инорста - ишеү слаломы комплексы, Затонда Рәмил Әйүпов исемендәге фехтование үҙәге сафҡа инә. Был объекттар республика балаларын һәм өлкәндәрен спорт һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә тағы ла яҡынайтырға булышлыҡ итәсәк.

Флорида Ким