Башҡортостандан бер төркөм яугирҙар ике аҙналыҡ отпусктан һуң хәрби подразделениеларына юлланды

Ялдан һуң йәнә алғы һыҙыҡҡа. Башҡортостандан бер төркөм яугирҙар ике аҙналыҡ отпусктан һуң хәрби подразделениеларына юлланды. Уларҙы оҙатырға туғандары, хәрби комиссариат һәм власть органдары вәкилдәре килде.

«Өфө -Арена» боҙ һарайы алдындағы майҙандан яугирҙарҙы махсус автобустар алып китә. Улар һалдаттарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә үк илтәсәк. Хәрбиҙәр әйтеүенсә, яҙғы отпускты айырыуса ауыл ерендә йәшәүселәр көтөп ала. Баҡса эштәре, оҙайлы ҡыштан йорт-ҡаралтыны тәртипкә килтереүҙә ярҙам кәрәк, ти улар.