Өфөлә «ПрофФест. Рәсәйҙә эш. Мөмкинлектәр ваҡыты» Бөтә Рәсәй вакансиялар йәрминкәһе үтте

Өфөлә «ПрофФест. Рәсәйҙә эш. Мөмкинлектәр ваҡыты» Бөтә Рәсәй вакансиялар йәрминкәһенең төбәк этабы үтте. Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойошторған күргәҙмә программаһында йөҙгә яҡын эш биреүсе ҡатнашты, йәштәргә улар хеҙмәт баҙарында ихтыяж менән файҙаланған вакансиялар тәҡдим итте. Шулай уҡ майҙанда урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары тарафынан профориентация эше алып барылды. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары кешенең эске органдары нисек урынлашыуын, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү ҡағиҙәләрен яҡшы белә. Үҙҙәренең белемдәре менән улар һөнәрҙәр фестивалендә ҡатнашыусыларҙы таныштырҙы. Профориентация майҙансығында һәр кем УЗИ аппараты ярҙамында диагностика эшләргә лә өйрәнде.

«Торатау» Конгресс-Холлы фойеһында республиканың ике тиҫтәнән ашыу урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары белгестәре мәктәп уҡыусылары менән эш алып барҙы. Мәғариф майҙансыҡтарында профориентация уйындары, эш табыу, карьераны уңышлы төҙөү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте. «ПрофФест. Рәсәйҙә эш. Мөмкинлектәр ваҡыты» Бөтә Рәсәй эшкә урынлашыу йәрминкәһенең төбәк этабында Башҡортостан предприятиелары вакансиялары ла тәҡдим ителде.

Мәғариф, сәнәғәт, ауыл хужалығы, хоҡуҡ һаҡлау өлкәләренә белгестәр талап ителә. Өфөлә эшкә урынлашыу буйынса Бөтә Рәсәй йәрминкәһенең төбәк этабы икенсегә үтә. Тәүмаҡсат - эш биреүселәрҙе кадрҙар менән тәьмин итеп, хеҙмәт баҙарындағы хәлде тотороҡлау.

Йәрминкәлә ҡатнашыусылар төбәктең Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы учреждениелар белгестәренән эшкә урынлашыу һәм яңы квалификация алыу буйынса консультациялар ҙа алды.

Вакансиялар йәрминкәһе сиктәрендә йәштәр студент эскәмйәһенән карьера траекторияһын төҙөй ала. Был йәһәттән Башҡортостан студенттар отрядтары ярҙам итәсәк. Дөйөм алғанда, сара квест уйыны форматында үтә. Республикала эшләгән предприятиелар ихтыяж менән файҙаланылған һөнәрҙәр менән танышып була.

Гөлназ Хәйбуллина