Быйыл Башҡортостанда кәмендә мең саҡрым юл участкаһын төҙөкләндереү планлаштырыла

Ремонт эштәренең күп өлөшө «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» Милли проекты сиктәрендә үтә. Тәүгеләрҙән булып Салауат ҡалаһындағы автомобиль юлы тәртипкә килтерелә башланы. Эш барышы менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

Салауат ҡалаһында 620 метр оҙонлоҡтағы юл участкаһы төҙөкләндерелә башланы. Эргәлә генә дүрт балалар баҡсаһы һәм ике мәктәп урынлашҡан, шуға күрә биләмәләге эштәр урындағы халыҡ, айырыуса автоһәүәҫкәрҙәр өсөн күптән көтөп алынған.

Ленин урамындағы ремонт «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә башланған. Подрядсы компания Калинин урамынан Салауат Юлаев бульварына тиклемге участкала иҫке бордюрҙарҙы демонтажлап, яңыларын ҡуя.

Диагностика һөҙөмтәләренә ярашлы, бында юл тигеҙһеҙ, соҡорҙар күп. Шуға күрә участкала ремонт талап ителә. Былтыр биләмәлә аллея эшләнгәйне, быйыл юл яңыртыла.

Антон Яковлев, Салауат ҡалаһы хакимиәтенең ҡала хужалығы идаралығы бүлек етәксеһе

Бордюрҙарҙы алмаштырғандан һуң асфальт бетон ҡатламы яңыртыласаҡ. Юл һыҙаттары һыҙылып, тротуар төҙөкләндереләсәк. Ҡалала тағы ла өс участкала ремонт эшләнә.

Башҡортостанда юл төҙөүселәр ремонт эштәренә былтырға ҡарағанда иртәрәк тотонған. Быға, тәү сиратта, ҡарҙың тиҙ иреүе һәм йылы һауа торошо сәбәпсе. Дөйөм алғанда, төбәктең транспорт һәм юл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл республикала кәмендә мең саҡрым юлды ремонталау планлаштырыла. Биштән бер өлөшө һәм 8 күпер «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә төҙөкләндереләсәк.

Гөлназ Хәйбуллина