Башҡортостан прокуратураһы Әбйәлил районында теркәлгән юл-транспорт фажиғәһе сәбәптәрен асыҡлауҙы контролгә алған. Хоҡуҡ һаҡлау органдары эшен прокурор Евгений Вәлиев координациялай.
Алдан хәбәр итеүбеҙсә, «Хендай Акцент» автомобиле ҡатнашлығындағы авария кисә Красная Башкирия - Покровка автомобиль юлында теркәлә. 74 йәшлек ҡатын икенсе машинаны уҙып барғанда идара итеү һәләтен юғалтып, юлдан төшөп түңкәрелә. Һөҙөмтәлә водитель һәм уның ике пассажиры урында уҡ һәләк була.
Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре шулай уҡ бөгөн Ишембай районындағы үлемесле авария сәбәптәрен асыҡлай. Юл ваҡиғаһы Петровский - Ғүмәр юлында теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, «Рено сандеро» рулендәге 62 йәшлек ҡатын идара итеү һәләтен юғалта. Һөҙөмтәлә уның да ғүмере ашығыс ярҙам килгәнсе өҙөлә. Ваҡиға урынында юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй.