Быйыл акция сиктәрендә табиптар республиканың 55 районында халыҡты ҡабул итә. Комплекстар составында күсмә флюорографтар, маммографтар, һаулыҡ үҙәктәре һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттары ҡаралған. Сәләмәтлек поездары Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса 6 йыл элек йөрөй башланы. Быйыл тәүге күсмә поликлиника дүшәмбе Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһынан Дыуан районына ҡуҙғала. Уның әҙерлеге менән бөгөн Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин танышты. Ваҡиға урынынан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Ҡан тапшырыу өсөн пробиркалар, анализ яһаү ҡоролмалары. Эстән был кабинеттың тәгәрмәс өҫтөндә торғанын аңларлыҡ та түгел, ҡәҙимге лаборатория. Әммә ул «Камаз» машинаһы кузовында урынлашҡан һәм райондар буйлап ауылдан-ауылға күсеп йөрөй.
Күсмә медицина поликлиникаһы эсендә тиҫтәгә яҡын кабинет, һәр бүлмә заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Бында Электрокардиограмма, маммография, ультратауыш тикшереүҙәрен үтергә, төрлө йүнәлешле белгестәрҙә тикшерелергә мөмкин.
Сәләмәтлек поездары быйыл алтынсы йыл эшләй. Былтыр ғына ошо акция сиктәрендә 150 меңдән ашыу кеше ҡабул ителгән, медицина ҡоролмаларында 43 мең тикшереү үткәрелгән. Һөҙөмтәлә 5 меңдән ашыу кешелдә яман шеш, шәкәр диабеты, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм башҡа ауырыуҙар асыҡланған, пациенттарға дауаханаларға йүнәлтмә бирелгән.
Акцияға күсмә флюорограф, маммограф, фельдшер-акушерлыҡ пункты, кардиомобиль, диагностика комлекстары йәлеп ителгән. Медицина тикшереү бушлай үткәрелә. Белгестәргә алдан яҙылырға кәрәкмәй - табиптар сират буйынса ҡабул итә. Иң мөһиме, үҙең менән паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкаһы полисын алыу талап ителә.
Сәләмәтлек поездары быйыл республика райондары буйлап 15 апрелдә юлға сыға, 15 сентябргә тиклем. Бөтәһе 6 маршрут ҡаралған, 55 райондың 331 ауылында халыҡты ҡабул итеү планлаштырыла. Мәҫәлән, был күсмә поликлиника дүшәмбе Дыуан районына ҡуҙғала, бер аҙнаға.
Рәмзиә Кәримова