Башҡортостандың тиҫтәнән ашыу районы яҙғы баҫыу эштәренә тотондо

Хужалыҡтар ужым иген культуралары һәм күп йыллыҡ үләндәр сәсеүлектәренә ашлама индереү менән мәшғүл. Туҡландырыу эшен тәүгеләрҙән булып башлаған Шаран аграрийҙары быйылғы уңыш өсөн 8 мең гектарға яҡын ужым культуралары сәскән. Бөгөнгә эш майҙандарҙың яртыһында тамамланған тиерлек. Дөйөм алғанда, быйыл төбәктең сәсеү майҙандары 48 мең гектарҙан ашыу. Был уҙған йыл менән сағыштрғанда, мең гектарға күберәк. Һуңғы йылдарҙа районда иҡтисади йәһәттән табышлы культураларға иғтибар бермә-бер артҡан.

Район хужалыҡтары һәм фермерҙар орлоҡ сифатын яҡшыртыу буйынса ҙур эш башҡарған. Техниканы яңыртыу ҙа дауам итә. Быйыл 31 миллион һумға 9 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һатып алынған. Тағы ла 53 берәмек машина-трактор, сәсеү комплексы ҡайтарыу ҡарала. Яҙғы баҫыу эштәренә бөтәһе 250 берәмек төрлө маркалы тракторҙар йәлеп ителәсәк. Яуаплы кампанияны атҡарып сығыу өсөн 520 тонна дизель яғыулығы кәрәк, бөгөнгә хужалыҡтар солярка менән етерлек күләмдә тәьмин ителгән.