Өфөлә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Мөхәмәт Сәғитдинов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды. Ғүмеренең һуңғы йылдарында ул Коммунистик урамы, 85/1 һанлы йортта йәшәгән, иҫтәлекле билдә торлаҡ фасадына ҡуйылды. Мөхәмәт Шәмсетдин улы хеҙмәт юлын Стәрлебаш районы финанс бүлеге мөдире булып башлап, Башҡортостан Милли банкы рәйесенә тиклем күтәрелә. Хәтер сараһында шәхестең яҡындары, коллегалары, уҡыусылары ҡатнашты.